8 декабрь, Кесе йома

16 декабрь 2010 йыл, 11:04

Дәүләт унитар предприятиеларын реформалаштырыу буйынса кәңәшмә үтте

автор: Светлана Ғәфүрова | фото: Андрей Старостин

15 декабрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов рәйеслегендә  дәүләт унитар предприятиеларының үҫеш перспетивалары һәм идаралыҡ системаһын реформалаштырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрелде.

Төбәк башлығы бөгөн Башҡортостанда һөҙөмтәле эшләмәүсе 177 дәүләт унитар предприятиеһы булыуын, ә акционерҙар йәмғиәттәре менән сағыштырғанда дәүләт унитар предприятиелары дәүләттән ҙурыраҡ льготалар алыуын билдәләп үтте.  Улар бюджеттан 50 миллиард һумға тиклем аҡса ала, шул уҡ ваҡытта 40 миллион һум килем алып еткермәй. Дәүләт унитар предприятиелары хөкүмәт контролендә түгел, был уларға активтарҙы урлауға һәм беренсе етәкселәргә саманан тыш ҙур эш хаҡы түләүгә тиклем, төрлө манипуляциялар өсөн юл аса.

БР Президенты фекеренсә, республикала дәүләт унитар предприятиелары һаны күпкә кәметелергә тейеш.  

Рөстәм Хәмитов, дәүләт унитар предприятиелары хәүефһеҙлек менән бәйле тормоштоң стратегик мөһим өлкәләрендә, шулай уҡ ниндәй ҙә булһа коммерция перспективаһы бөтөнләй булмаған урында ғына һаҡланырға тейеш, тип иҫәпләй.  

— Артабан былай йәшәргә ярамай. Элекке форматта дәүләт унитар предприятиелары башҡаса йәшәй алмай. Бөгөн беҙ принципиаль ҡарар ҡабул итәбеҙ: дәүләт унитар предприятиелары системаһын реформалаштырасаҡбыҙ. Был ойошмалар башҡаса дәүләт күкрәгенән бушлай һөт менән туҡланмаясаҡ, — тип белдерҙе төбәк башлығы.

Шул уҡ ваҡытта ул, дәүләт унитар предприятиеларын реформалаштарыуҙы етди, уйлап хәл итергә кәрәк, сөнки уларҙа 45 мең самаһы кеше эшләй, һәм республика Хөкүмәте уларҙың хәлен насарайта алмай, тип иҫәпләй. Башҡортостанда 96 дәүләт унитар предприятиеһы ашығыс реформалаштырыуға мохтаж, ә 80-е аҡрынлап ҡайтанан ойоштороласаҡ.

Дәүләт унитар предприятиеларын реформалаштырыу буйынса ҡарар проектын әҙерләүҙе Президент республиканың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығына йөкмәтте.