Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Дүрт Иран төбәге башҡорт фоторәссамының күргәҙмәһен ҡабул итергә әҙер

Сәйәсәт

Рәсәй Фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, РФ һәм РБ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Килмәмәтовтың күргәҙмәһен Иран Ислам Республикаһының дүрт төбәге ҡабул итергә әҙер. Был турала шаршамбы көндө «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Ирандың Өфөләге рәсми вәкиле Сирус Борзу хәбәр итте.

— Был бөтә Иран халҡына Башҡортостан мәҙәниәте менән яҡындан танышырға мөмкинлек бирер, тип ышанабыҙ, — тине ул. – Яуап итеп беҙ халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу сифатында Өфөлә күргәҙмә ойоштороу өсөн Ирандың иң яҡшы фоторәссамдарының эштәрен тәҡдим итергә әҙербеҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәмил Килмәмәтовтың Башҡортостанға арналған  фотокүргәҙмәһе Тегеранда ноябрь аҙағында БР мосолмандары Диниә назаратының Иранға рәсми визиты барышында ойошторолғайны инде. Әммә илдең баш ҡалаһында бөтә иранлыларҙың да уның менән танышыу мөмкинлеге булмаған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть