3 декабрь, Шәмбе

16 декабрь 2010 йыл, 10:00

Иранда Башҡортостан фоторәссамының күргәҙмәһе үтте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Иранда Тегеран ҡалаһында Рәсәй Фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Рәмил Килмәмәтовтың фотокүргәҙмәһе үтте. Был турала кисә «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Руслан Сәйәхов хәбәр итте. Был сара БР мосолмандары Диниә назаратының ағымдағы йылдың 23 ноябренән 7 декабренә тиклем булып үткән Иранға рәсми сәфәре барышында ойошторолған.

— Бындай сәфәр өсөнсө тапҡыр ойошторола, — тине Руслан Сәйәхов. – Беҙҙең Диниә назараты вәкилдәре мәҙәни-танышыу миссияһы менән Иранда 2007 һәм 2009 йылдарҙа булып ҡайтҡайны. Әлеге сәфәрҙең үҙенсәлеге шунда: дин хеҙмәткәрҙәре менән бергә сит илгә БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Мәғариф министрлығы вәкилдәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә барҙы.  

БР мосолмандары Диниә назараты делегацияһы берТегеранда ғына түгел, Кум ҡалаһында ла булды. Был ҡала бөтә ислам донъяһының фәнни-мәҙәни үҙәге иҫәпләнә. Бында иң ҙур ғилми-тикшеренеү ислам институттары һәм мәҙәниәт ойошмалары тупланған.

Иранға визиты барышында Рәмил Килмәмәтов Тегеранда Башҡортостанға арналған күргәҙмә ойоштороп ҡына ҡалманы, Иран тураһында бай фотоматериал да йыйҙы. Фоторәссам әйтеүенсә, был фотобанкта әлеге ваҡытта 300 самаһы һүрәт иҫәпләнә, әммә эшкәрткәндән һуң уларҙың иҫәбе 50-60-ҡа тиклем кәмейәсәк, һәм һуңынан уларҙы Өфөлә күргәҙмәлә күрһәтеү планлаштырыла.