4 декабрь, Йәкшәмбе

16 декабрь 2010 йыл, 9:35

16 декабрҙә Владимир Путин менән сираттағы тура элемтә

автор: "Башинформ"

16 декабрҙә Мәскәү ваҡыты менән сәғәт 12-лә «Владимир Путин менән һөйләшеү. Дауамы» махсус программаһы «Россия 1», «Россия 24» телеканалдарында, «Маяк», «Вести FM» һәм «Радио России» радиостанцияларында тура эфирҙа барасаҡ.

Элекке йылдарҙағы кеүек, премьер рәсәйлеләр менән тура аралашыу барышында илебеҙ граждандарын борсоған һорауҙарға яуап бирәсәк. Владимир Путинға һорауҙарҙы студия ҡунаҡтары ғына түгел, төрлө төбәктәрҙә эшләүсе станциялар аша тура эфир ваҡытында теләгән һәр кем бирә аласаҡ.  

Премьерға шылтыратып йәки берҙәм мәғлүмәтте эшкәртеү үҙәгенә sms ебәреп, шулай уҡ программа сайтына инеп, һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Владимир Путинға һорауҙар берҙәм мәғлүмәтте эшкәртеү үҙәгенә 12 декабрҙә Мәскәү ваҡыты менән сәғәт 5-тан алып килә башланы, ҡабул итеү тура эфир тамамланғанға тиклем дауам итәсәк.  

Рәсәйҙең һәр ҡайһы нөктәһенән телефон номеры — 8-800-200-40-40. Ҡала һәм кеҫә телефондарынан шылтыратыу бушлай. Интернет аша www.moskva-putinu.ru сайтындағы махсус бүлектә лә һорауҙар ҡабул ителә.

sms формаһында һорауҙар 0-40-40 номерына ҡабул ителә. Рәсәйҙең бөтә тарафтарынан һәр ҡайһы элемтә операторы телефондарынан sms ебәреү — бушлай. Һорауҙар рус телендә генә ҡабул ителә һәм 70 билдәнән ашмаҫҡа тейеш.