3 декабрь, Шәмбе

15 декабрь 2010 йыл, 17:38

Патриарх Кирилл Өфөгә килергә планлаштыра

автор: Евгений Рәхимҡолов

Мәскәү һәм бөтә Рәсәй патриархы Кирилл Өфөгә сәфәр менән килергә планлаштыра. Был хәбәр кисә бөтә федераль киң мәғлүмәт сараларында баҫылды. Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтендә был мәғлүмәтте раҫланылар, тик Патриархтың Башҡортостанға килеүенең тәғәйен ваҡыты тураһында һөйләү әлегә иртәрәк.

— Был сәфәр тураһында беҙҙә яҡынса һөйләшеп килешелгән, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Президентының матбуғат секретары Артем Вәлиев. – Әммә сәфәрҙең аныҡ ҡына ваҡыты әлегә билдәләнмәгән.  

Патриарх Кирилл Рәсәй төбәктәре буйлап сәфәргә сығырға ярата. Быйыл ул Свердловск һәм Силәбе өлкәләрендә булып ҡайтты ла инде. Шулай булғас, уның Башҡортостанға килеүе бик тә ихтимал, етмәһә, Патриарх ғаиләһенең тарихы беҙҙең республикаға бәйләнгән – уның олатаһы ХХ быуат башында Өфө епархияһында священник булған.