8 декабрь, Кесе йома

15 декабрь 2010 йыл, 17:13

Ишембайҙа тыуып үҫкән егет Иранда консул булды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Ишембайҙа тыуып үҫкән Олег Ишмөхәммәтов Иран Ислам Республикаһында консул булды. Был турала бөгөн «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Руслан Саяхов хәбәр итте.

— Был хаҡта беҙгә БР мосолмандары Диниә назараты делегацияһының быйыл 23 ноябрҙән 7 декабргә тиклем Иранға рәсми сәфәре барышында билдәле булды, — тине ул. – Иранда Рәсәй Илселегендә беҙ илсе Александр Садовников менән дә осраштыҡ. Ә Олег Ишмөхәммәтов менән беҙгә консул булараҡ түгел, ә яҡташыбыҙ булараҡ аралашыу ҡыҙыҡлы булды.  

темалар: дин, Иран