Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә уникаль нанотехнология производствоһы асыласаҡ

Иҡтисад

Кесе йома, 16 декабрҙә, Өфөлә «ЕСМ» компанияһының электрохимия станоктары инновация производствоһын асыу тантанаһы үткәрелә. Был проект — иҡтисадты модернизациялауҙың, фәнни эшкәртмәләрҙе коммерциалаштырыуҙың һәм ватан фәне һәм техникаһының донъя кимәлендә конкуренцияға һәләтлелеген күрһәтеүҙең сағыу өлгөһө.  

Наноструктуралы материалдарҙан деталдәрҙе юғары аныҡлыҡта әҙерләү өсөн станоктар етештереү буйынса «ЕСМ» проект компанияһын ойоштороусылар булып «Роснано» корпорацияһы, «Титан ЕСМ» предприятиеһы коллективы һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты, шулай уҡ РВТ-Инвест тора. Проекттың дөйөм бюджеты 285 миллион һум тәшкил итә, «Роснано» инвестициялары – 120 миллион һум.

Шуны ла әйтергә кәрәк, Рәсәй иҡтисадын модернизациялау һәм технологик үҫтереү буйынса комиссия ултырышында РФ Президенты Дмитрий Медведев, Рәсәй иҡтисадын модернизациялауҙың төп проблемаларының береһе булып уйлап табыусанлыҡты килем алыу күнекмәләре менән ҡуша белмәү тора, тип белдерҙе һәм ижади потенциалды заманса эшкәртмәләргә бизнес-ҡараш менән берләштерергә саҡырҙы.

Предприятиены асыу түбәндәге адрес буйынса үткәрелә: Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 39, 4-се корпус. Программала — предприятие буйлап экскурсия, ЕСМ етәкселәре менән интервью, телекүпер буйынса «Роснано»ның генераль директоры Анатолий Чубайс менән бәйләнеш урынлаштырыу һәм предприятиены рәсми асыу, матбуғат конференцияһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть