10 декабрь, Шәмбе

15 декабрь 2010 йыл, 16:10

Башҡортостанда целлюлоза-ҡағыҙ комбинаты төҙөү планлаштырыла

автор: Светлана Ғәфүрова

Башҡортостанда — Ҡариҙел йәки Дыуан районында 600 меңдән алып бер миллион тоннаға тиклем ҡеүәт менән целлюлоза-ҡағыҙ комбинаты төҙөргә планлаштырыла.

Был турала 13 декабрҙә Хөкүмәт Йортонда республикала ағас эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров хәбәр итте.

Башҡортостандың урман сәнәғәте комплексы үҙенә, башлыса, ағас әҙерләү, урман-химия продукцияһы етештереү, ағас эшкәртеү һәм мебель әҙерләүҙе лә индереп, ағастан изделиелар етештереү кеүек йүнәлештәрҙе индерә.

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ағас эшкәртеүҙә һәм ағастан изделиелар етештереүҙә быйыл 1 октябргә ҡарата — 518 ойошма, целлюлоза-ҡағыҙ производствоһында, нәшриәт һәм полиграфия эшмәкәрлегендә 785 ойошма шөғөлләнә.

Был тармаҡ предприятиелары быйыл бөтәһе 1783 миллион һумлыҡ үҙендә етештерелгән продукция тейәп оҙатты, үҙ көстәре менән эштәр башҡарҙы һәм хеҙмәттәр күрһәтте. Ағас эшкәртеү һәм ағастан изделиелар әҙерләү ойошмаларының әйләнеше 1807 миллион һум тәшкил итә.

Кәңәшмәне алып барған Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов фекеренсә, мәҫәлән, Ҡариҙел районында брикет яғыулығы етештереүҙе заманса ойошторғанда унан килем йылына бер миллиард һумға етер ине. Етмәһә, бының өсөн тәүшарттар бар: Павлово һыу һаҡлағысында батҡан ағас запастары (яғыулыҡ тап шунан етештерелә лә) күҙаллауҙар буйынса миллион тоннанан ашып китә.

Кәңәшмәлә «Селена» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Анатолий Бондарук белдереүенсә, Башҡортостанда ағасты тәрән эшкәртеү буйынса заманса производство ойоштороуға уның предприятиеһы 1,5-2  миллиард һум аҡса һалырға әҙер.