9 декабрь, Йома

15 декабрь 2010 йыл, 14:57

Тиҙҙән Башҡортостанда көндәр һыуытасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башгидромет синоптиктары, декабрҙең ҡалған көндәрендә кисәге кеүек ямғырҙар булмаясаҡ, тип хәбәр итә. Кесе йома һәм йома көндәре республикала бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Уның артынса төньяҡтан Башҡортостанға һалҡын һауа массаһы яҡынлашасаҡ.

— Ял көндәрендә республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында көндәр һыуытасаҡ, — тип һөйләне “Башгидромет” үҙәгенең баш синоптигы Анна Козаева. – Бер аҙ ҡар яуып үтәсәк, ел сығыуы ихтимал.

Ә киләһе аҙна башында Башҡортостандың ҡалған райондары халҡы ҡыш һулышын тоясаҡ. Республикала һауа торошо үҙгәреүсән буласаҡ. Төньяҡ-көнсығышта төнгө сәғәттәрҙә термометр бағаналары 18-23 градус һыуыҡ күрһәтәсәк. Айырым райондарҙа елдең секундына 9-14 метрға тиклем көсәйеүе ихтимал.  

темалар: һауа торошо