Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Мәҙәниәт өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен Өфөлә семинарҙа тикшерәсәктәр

Йәмғиәт

16-17 декабрҙә Өфөлә «Бюджет секторы реформаһы контексында дәүләт мәҙәниәт сәйәсәте» республика семинар-кәңәшмәһе үтәсәк. Унда ҡатнашыуға муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренең мәҙәниәт бүлектәре начальниктары, мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре саҡырылды.

БР Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәге хәбәр итеүенсә, семинар барышында «Дәүләт (муниципаль) учреждениеларының хоҡуҡи хәлен камиллаштырыу менән бәйле Рәсәй Федерацияһының айырым закондар акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» 83-сө Федераль закон ентекле ҡараласаҡ. Был закон пункттарының береһе ҡайһы бер дәүләт мәҙәниәт учреждениеларын автономиялы режимға күсереүҙе күҙаллай.

Бынан тыш, семинар тыңлаусылары хеҙмәтләндереүҙәр хаҡы һәм мөлкәтте тотоу хаҡы нормативтарын иҫәпләп сығарыу методикаһы менән танышасаҡ, муниципаль задание формаларын тултырыу буйынса ғәмәли эштәр башҡарасаҡ.  

Занятиеларҙы Мәскәү өлкәһе Хөкүмәтенең мәҙәниәт министры урынбаҫары Светлана Горушкина алып барасаҡ.

Сара «Черемушки» балалар сәләмәтләндереү лагерында үтәсәк.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть