Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

«Китап» нәшриәте Йошкар-Олала милли китап фестивалендә ҡатнашты

Иҡтисад

Йошкар-Олала Марий Иле Республикаһының милли китап фестивале сиктәрендә Волга буйы федераль округы төбәктәре һәм Рәсәйҙең фин-уғыр биләмәләре вәкилдәре ҡатнашлығында «Китаптар донъяһы сикһеҙ» Төбәк-ара китаптар күргәҙмә-йәрминкәһе үткәрелде. Сарала Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте ҡатнашты.  

Фестивалдең маҡсаты – берҙәм мәҙәниәт майҙанын һәм баҫмаларҙың тел төрлөлөгөн һаҡлау, иң яҡшы нәшриәт проекттарын асыҡлау һәм туған телдә уҡыуҙы популярлаштырыу, нәшриәтселәр, китап продукцияһын таратыусылар, китапханалар һәм әҙәбиәт сығарыу һәм һатыу менән ҡыҙыҡһынған башҡа учреждениелар һәм ойошмалар араһында профессиональ бәйләнештәрҙе киңәйтеү.  

Фестиваль программаһына «Волга буйының китап мәҙәниәте донъяһы» түңәрәк өҫтәле инде, унда доклад менән «Китап» нәшриәте директоры, философия фәндәре кандидаты Зөфәр Тимербулатов сығыш яһаны. Ул, әгәр төбәк етәкселеге үҙ халҡының аң-белем даирәһен киңәйтеү тураһында хәстәрлек күрһә, урындағы авторҙарға ярҙам итеү хаҡында уйлаһа, үҙ төбәге һәм уның күренекле кешеләре тураһында халыҡҡа еткерергә ынтылһа, үҙ әҙәбиәтселәренең китаптарын сығарыуға средстволар табасаҡ, тип билдәләне.

«Китап» нәшриәте етәкселеге китап нәшер итеүселәрҙе артабан интеграциялау темаһын да ҡуҙғатты.

¬ Нәшриәттәрҙе, иң элек, китап сауҙаһы өлкәһендә интеграциялауға ҡыйыу тотонорға, бының өсөн хәҙерге заман мәғлүмәт-коммуникация технологияларын әүҙемерәк файҙаланырға кәрәк,– тип иҫәпләй Зөфәр Тимербулатов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть