8 декабрь, Кесе йома

15 декабрь 2010 йыл, 12:12

Өфөлә ер һәм милек закондары мәсьәләләре буйынса семинар үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы кесе йома, 16 декабрҙә, «Ер һәм милек закондары актуаль мәсьәләләре» темаһы буйынса консультация семинары үткәрә.

Семинар барышында ер закондарындағы һуңғы үҙгәрештәр, ер участкалары менән эш итеү үҙенсәлектәре һәм тәртибе, участкаларға һәм уларҙа урынлашҡан күсемһеҙ милек объекттарына хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе мәсьәләләре ҡараласаҡ. Ер участкаларына хоҡуҡтарҙы ҡайтанан теркәү тәртибенә, кадастр иҫәбенә һәм хоҡуҡтарҙы теркәүгә, суд-арбитраж практикаһын иҫәпкә алып, ер хоҡуҡ мөнәсәбәттәре проблемаларына һәм башҡа мәсьәләләргә иғтибар биреләсәк.  

Семинарға предприятиелар һәм төҙөлөш ойошмалары юристары, күсемһеҙ милек баҙары белгестәре саҡырыла.