Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Игорь Алешин: «Кешеләргә юридик ярҙам кәрәк»

Йәмғиәт

БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин «Версия» гәзите редакцияһында гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ике сәғәт эсендә министр егерменән ашыу кешене тыңлап, кәңәштәрен бирергә өлгөрҙө. Уларҙың һорауҙары ҡайтарылмаған бурыстарға, ҡатын-ҡыҙҙарҙы урлауға, юл-транспорт һәләкәте, ҡара риэлторҙар, ихаталарҙың газдар менән бысраныуына ҡағылды. Хатта оҡшамаған характеристикаға ҡағылған һорау ҙа булды: мутлашыу өсөн хөкөмгә тарттырылған ҡатын тормошондағы был факттың киң йәмәғәтселеккә билдәле булыуына үпкәләгән.  

— Ҡыҙыу линия бай эстәлекле булды һәм, иң мөһиме, файҙалы үтте, — тигән һығымта яһаны Игорь Алешин. — Кешеләрҙе ҡабул итеүгә һәр ваҡыт мөмкинлек булып тормай, ә  редакция тура бәйләнеш тәҡдим итте. Кешеләр күңел әрнеүҙәре, проблемалары менән шылтырата, әлбиттә. Бөтә һорауҙар ҙа милиция тематикаһына ҡағылмаһа ла, кешеләрҙең кәңәш, ярҙам алғаны мөһим. Әйткәндәй, шылтыратыусыларҙың күбеһенә юридик ярҙам кәрәк: Юристар ассоциацияһы юҡҡа юридик мәсьәләләр буйынса йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре асырға йыйынмайҙыр, улар ҙур һорау менән файҙаланасаҡ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть