4 декабрь, Йәкшәмбе

15 декабрь 2010 йыл, 11:38

Башҡортостандың үҙенең дини телетапшырыуы буласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Яҡын арала Башҡортостанда үҙенең дини телеапшырыуы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был турала дүшәмбе көндө кисен Башҡортостан Юлдаш Телевидениеһы  каналында тура эфирҙа барған «Осраҡлы булмаған кешеләр» телетапшырыуында БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков хәбәр итте.

— Әлеге ваҡытта беҙ махсус «Дәүләт һәм дин» телевизион блогын әҙерләү менән мәшғүл, — тине ул. — Бындай тапшырыуҙарҙа беҙҙең республика биләмәһендә эшмәкәрлек алып барған дини ойошмалар хаҡында ышаныслы мәғлүмәт биреләсәк.

Вячеслав Пятков фекеренсә, төбәктә бындай телеблок булдырыу күптән талап ителгән. Бындай тапшырыуҙар республикала конфессия-ара татыулыҡты нығытырға, күптәрҙе һәр төрлө ялған дини ағымдарҙан һаҡлап алып ҡалырға ярҙам итәсәк.