8 декабрь, Кесе йома

15 декабрь 2010 йыл, 11:10

Октябрьскийҙың джаз-ансамбле Европа ҡалаларына саҡырылған

автор: Мөсәүир Камалетдинов

Октябрьский ҡалаһынан «Джайв» джаз-ансамбле Санкт-Петербургта балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестивалендә — «Тылсымлы феерия» халыҡ-ара конкурсында ҡатнашты. Дүрт йөҙҙән ашыу ҡатнашыусылар араһында яҡташтарыбыҙ һынатманы. Ансамбль — I дәрәжәләге лауреат, ә солист Аида Әхмәрова III дәрәжәләге дипломант исемен яуланы. Йәнә «Джайв» «Тылсымлы феерия»ның Прага, Вена, Дрезден һәм Италияла үтәсәк халыҡ-ара конкурстарында ҡатнашыуға саҡырыу алды. Конкурста ҡатнашыуҙан тыш йәштәр экскурсияларҙа йөрөнө, төньяҡ баш ҡаланың иҫтәлекле урындарында булды һәм тыуған ергә онотолмаҫ хәтирәләр менән ҡайтты. Еңеүле сәфәр ҡала хакимиәте округы, бағыусылар, балаларҙың ата-әсәләре ярҙамында ойошторолдо, тип хәбәр итә «Октябрьский нефтяник» гәзите.