Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ҡулланыу хаҡтары индексы юғары булып ҡала

Иҡтисад

2010 йыл башынан алып бөгөнгә тиклемге осорҙа ҡулланыу хаҡтары индексы Башҡортостанда 108,3 процент тәшкил итте. Рәсәй буйынса уртаса күрһәткескә ҡарағанда был юғарыраҡ (107,6%). Шул уҡ ваҡытта бының иң юғары индекс булмауын да билдәләргә кәрәк. Волга буйы федераль округы төбәктәре буйынса күрһәткестәр ярайһы ныҡ айырыла. Мәҫәлән, Һамар өлкәһендә ул 106,8 % тәшкил итһә, Марий Эл Республикаһында — 110,0 %.

Башҡортостанстат мәғлүмәте буйынса, үткән ай менән сағыштырғанда республикала тауар һәм хеҙмәттәр хаҡы бер процентҡа ғына күтәрелгән. Һәм бында хаҡтар аҙыҡ-түлеккә генә артҡан. Ә уҙған йыл кимәле менән сағыштырғанда Башҡортостанда индекс уртаса 8,3 процентҡа күтәрелгән. Һәм статистиктар йәнә аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың ярайһы ныҡ артыуын билдәләй – 11,9%.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть