4 декабрь, Йәкшәмбе

15 декабрь 2010 йыл, 9:24

Башҡортостандың 12 районында һауым буйынса дүрт меңлек сик үтелгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың бер юлы ике районы тәүлегенә уртаса һауым буйынса алдынғы урында килә. Өфө һәм Учалы райондары хужалыҡтарында һәр һыйырҙан көн һайын 10,7 кг һөт һауып алына. Саҡмағош районы алдынғыларҙан бик аҙға ғына ҡалыша. Бында тәүлегенә уртаса һауым бөгөн — 10,3 кг.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ун ике район малсылары һауымдың дүрт меңенсе рубежын уҙып киткән. Улар араһында Ауырғазы (4522 кг), Баҡалы (4001 кг), Балтас (4142 кг), Дүртөйлө (4605 кг), Ҡырмыҫҡалы (4064 кг), Мәләүез – (4526 кг), Стәрлетамаҡ – (4462 кг), Тәтешле – (4573 кг), Туймазы – (4107 кг), Өфө (4675 кг), Учалы — (4390 кг), Саҡмағош — (4440 кг). Стәрлетамаҡтар нисәнсе йыл рәттән тулайым һауым буйынса беренселекте бирмәй. Йыл башынан алып был район малсылары 36,1 мең тоннанан ашыу һөт һауған, 33 мең тоннаға яҡын һөт һатҡан.

Халыҡтан һөт һатып алыу буйынса иң яҡшылар иҫәбендә Әбйәлил (6845 т), Баймаҡ – (6260 т ), Йәрмәкәй – (5257 т), Шаран (5717 т) райондары.