Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Кремлгә шыршы байрамына Башҡортостандан 132 уҡыусы барасаҡ

Йәмғиәт

26 декабрҙә Мәскәүҙә, Дәүләт Кремль Һарайында, традицион дөйөм Рәсәй Яңы йыл байрамы үткәрелә.

БР Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге баш белгес-эксперты Роза Зәйнәшева хәбәр итеүенсә, Кремль шыршыһына Башҡортостандан 132 бала барасаҡ. Былар балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, социаль яҡланмаған ғаиләләрҙән балалар, уҡыу алдынғылары, предмет олимпиадаларында, ижади конкурстарҙа еңеүселәр, призерҙар һәм лауреаттар. Шулай уҡ делегация составында — хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр ғаиләләренән балалар. Дәүләт Кремль Һарайында улар музыкаль-театрлаштырылған тамаша күрәсәк, ҙур уйын программаһында ҡатнашасаҡ. Кремль шыршыһы тураһында иҫтәлеккә һәр балаға бүләк-сувенир тапшырыласаҡ.

Яңы йыл байрамынан тыш балаларҙы Мәскәү буйлап экскурсия көтә, шулай уҡ циркка барасаҡтар.

Балаларҙы был сәфәрҙә өлкәндәр — Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, врачтар, педагогтар, өҫтәмә белем биреү учреждениелары етәкселәре оҙатып барасаҡ.

— Баш ҡалала балаларҙы «Измайлово» ҡунаҡхана комплексында урынлаштырасаҡтар, унда улар йәшәү генә түгел, ашатыу менән дә тәьмин ителәсәк, — тип хәбәр иттеләр мәғариф ведомствоһында.

Илдең төп шыршы байрамы унынсы йыл рәттән үткәрелә. Был ваҡыт эсендә унда республиканан 1200-ләп бала булып ҡайтты.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть