Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Муниципаль һайлауҙарҙа пропорциональ системаны индереүсе закон проекты

Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Дәүләт Думаһына муниципаль һайлауҙарҙа пропорциональ системаны файҙаланыуҙы ҡараған Федераль закон проектын индерҙе, тип хәбәр итте Кремлдең матбуғат хеҙмәте. Был вәкәләтле органдары кәмендә 20 депутат һайлаған муниципаль берәмектәргә ҡағыла. Закон проекты 30 ноябрҙә иғлан ителгән дәүләт башлығының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе положениеларын тормошҡа ашырыуға, урындарҙа сәйәси конкуренцияны үҫтереүгә һәм партияларҙың халыҡ алдында яуаплылығын күтәреүгә йүнәлтелгән.

Үҙгәрештәр менән бәйле, фракцияларға ингән депутаттарға һәм муниципаль берәмектәрҙең вәкәләтле органдарындағы фракцияларға талаптар билдәләнәсәк. Был талаптар депутаттар һәм Рәсәй субъекттарының дәүләт власы ҡануниәт органдарындағы  фракциялар өсөн билдәләнгән талаптарға оҡшаш. Атап әйткәндә, фракцияға кандидаттар исемлеге составында һайланған бөтә депутаттар инә, шулай уҡ бер мандатлы йәки күп мандатлы һайлау округтары буйынса һайланған депутаттар инеүе мөмкин. Фракция кандидаттар исемлеге составында һайланған бер депутаттан торорға ла мөмкин.

Кандидаттар исемлеге составында һайланған депутат фракциянан сыға алмай. Был талаптарҙы күҙәтмәү депутатлыҡ вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуға килтерәсәк.

Күрһәтелгән үҙгәрештәр 1,2 мең вәкәләтле урындағы үҙидара органына ҡағыласаҡ. Башҡортостанда был үҙгәрештәр ҡала округтары, ҡала биләмәләре һәм муниципаль райондар Советтарына ҡағыласаҡ.  

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть