3 декабрь, Шәмбе

14 декабрь 2010 йыл, 17:07

Ноябрҙә киң мәғлүмәт саралары Башҡортостан һәм уның етәксеһе Рөстәм Хәмитов тураһында әүҙем яҙҙы

автор: "Башинформ"

«Интегрум» агентлығы мәғлүмәте буйынса федераль һәм республика киң мәғлүмәт сараларындағы мәҡәләләргә контент-анализ үткәрелгән. Мониторинг ағымдағы йылдың ноябрендә Башҡортостанда ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тематика һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты тураһындағы бүлектәр буйынса үткәрелгән.

Анализ федераль һәм республика киң мәғлүмәт сараларында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тураһындағы мәҡәләләр иҫәбенең 505-кә етеүен күрһәткән.  189 хәбәр ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар мәсьәләләренә арналған, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә арналған мәҡәләләр иҫәбе иһә — 419.

Башҡортостан Республикаһы Президенты хаҡындағы мәҡәләләрҙең дөйөм иҫәбенән 408 материал ыңғай баһа менән бирелгән, кире баһалы мәҡәләләр өлөшөнә дүрт материал тура килә, ҡалған 93-ө – төбәк башлығы эшмәкәрлегенә нейтраль баһалы мәҡәләләр.

Республикалағы ижтимағи-сәйәси хәл-ваҡиғалар буйынса мәҡәләләрҙең модаллеген ҡараһаҡ, 189 мәҡәләнең күбеһе, анығыраҡ әйткәндә 92-һе, нейтраль характерҙа, 86 материал ыңғай баһа менән яҙылған, 11 – кире баһалы.

Социаль-иҡтисади тематикаға килгәндә, бында ыңғай материалдар 206 мәҡәлә тәшкил итә, 118 материал нейтраль контекста яҙылған, был тематикаға кире баһа менән 95 мәҡәлә сыҡҡан.