8 декабрь, Кесе йома

14 декабрь 2010 йыл, 16:26

Өфөлә «Сәнәғәт хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшы белгес» һайланасаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

16 декабрҙә Өфөлә IV «Сәнәғәт хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшы белгес — 2010» республика конкурсы үтәсәк. Һөнәри ярыш Ростехнадзор көнөнә ҡарата үткәрелә.

Конкурсты  Дәүләт системаһына индерелмәгән “Тармаҡ-ара институты” белем биреү учреждениеһы, Ростехнадзорҙың Урал буйы идаралығы ойошторған. Конкурс ике этаптан торасаҡ. Беренсеһендә компьютерҙа тест үткәреләсәк. Икенсе этапта һәр өс конкурсантҡа предприятиеларҙа сәнәғәт хәүефһеҙлеген ойоштороу буйынса һорауҙар биреләсәк. Һәр ҡатнашыусыла сигнал төймәһе буласаҡ. Уға башҡаларҙан алдараҡ баҫҡан конкурсант һорауға беренсе булып яуап бирәсәк.  

Еңеүселәр өс номинацияла билдәләнәсәк: «Күтәреү ҡоролмалары», «Магистраль торба үткәргестәр» һәм «Баҫым аҫтында эшләүсе ҡорамалдар».

Һөнәри ярышта республика ойошмалары тәҡдим иткән йәки конкурста үҙ аллы сығыш яһаусы предприятие белгестәре ҡатнаша ала. Һәр номинацияла еңеүселәрҙе диплом һәм музыкаль үҙәк көтә, уға «Сәнәғәт хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшы белгес-2010» исеме биреләсәк.