7 декабрь, Шаршамбы

14 декабрь 2010 йыл, 12:55

Төркиә Башҡортостанға яңы инвестициялар һалырға планлаштыра

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Төркиәнең «Шишеджам» компанияһы Башҡортостанға яңы инвестициялар һалырға планлаштыра. Был турала концерн етәкселеге вәкилдәре республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашҡандан һуң хәбәр итте.

— Был бигерәк тә ихтирам йөҙөнән килеү булды, — тине «Шишеджам» концернының Директорҙар советы рәйесе Әхмәт Кырман. — Беҙ күптәнән республика башлығы менән осрашырға теләй инек. Беҙҙең компанияның Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныуы ҙур. Шуға ла беҙ шешә тара етештереү буйынса Европала иң ҙур заводтарҙың береһен – «Русджам-Өфө» – тап Өфөлә урынлаштырҙыҡ бит. Әммә һеҙҙең төбәк менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәребеҙ был предприятие менән генә сикләнмәҫ, тип өмөтләнәбеҙ. Беҙ Башҡортостан менән мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтерергә ниәтләйбеҙ, шуға күрә лә ошондай хеҙмәттәшлек юлдарын һәм берлектәге инвестиция проекттарын Рөстәм Хәмитов менән бергәләп тикшереү мөмкинлеге менән файҙаландыҡ.  

Мәғлүм булыуынса, «Шишеджам» компанияһы быяланан продукция баҙарында донъя лидерҙарының береһе булып тора. Концернға 1934 йылда Истанбулда нигеҙ һалына. Хәҙер ул шыма быяла, быяла-сүс, быяла тара һәм быяланан башҡа төрлө изделиелар сығарған бер нисә тиҫтә заводты берләштерә. «Шишеджам» компанияһы продукцияһы донъяның 100-ҙән ашыу илендә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә, популяр.