6 декабрь, Шишәмбе

14 декабрь 2010 йыл, 12:17

Тамамланмаған төҙөлөш арҡаһында миллиардлаған һум аҡса тотҡарлана

автор: Светлана Ғәфүрова

Дүшәмбе Республика Йортонда БР Хөкүмәте ултырышы үтте, уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.

Көн тәртибендә икенсе урында «Башҡортостан Республикаһы бюджет средстволары иҫәбенә тамамланмаған төҙөлөш күләмдәрен кәметеү саралары тураһында» мәсьәлә торҙо.

Бөгөн республикала 17 миллиард һумлыҡ 3200 объект төҙөлөп бөтмәгән. Шуның 11 миллиарды тиерлек Өфөлә Халыҡтар дуҫлығы йорто (Конгресс-холл), «Аҡбуҙат» ипподромы, Өфө аэропорты терминалы һәм тимер юл вокзалы кеүек ҙур объекттарҙың заказсыһы-төҙөүсеһе булып торған Республика капиталь төҙөлөш идаралығы балансында. Был объекттар файҙаланыуға тапшырылған, ләкин әле булһа төҙөүсе балансынан алынмаған һәм файҙаланыусы ойошмалар балансына тапшырылмаған. Ошондай хәл һөҙөмтәһендә Республика капиталь төҙөлөш идаралығы банкротлыҡ сигенә етте һәм быйылғы йылды балансында 12 миллион һум минус менән тамамланы.  

Өфөләге метро ла “һаҡаллы” төҙөлөш иҫәбендә, уның беренсе сиратын төҙөүгә 1,7 миллиард һум аҡса тотонолдо. Төҙөлөштө дауам итеү өсөн тағы ете миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә.

Хөкүмәт ултырышында бөгөн тамамланмаған төҙөлөштө кәметеү буйынса саралар тикшерелде. Объекттарҙың бер өлөшөн туҡтатырға, бер өлөшөн муниципалитеттар балансына тапшырырға һәм һатырға, ә бер өлөшөнөң профилен үҙгәртергә ҡарар ителде.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов миллиардлаған һумдар “ер аҫтына күмелгән” тип белдерҙе. Ә проблеманы хәл итеү өсөн республика бюджетынан ике-биш миллиард һум аҡса бүлеү талап ителә. Президент шулай уҡ БР Иҡтисади үҫеш министрлығын, өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе айырып, тамамланмаған төҙөлөштө ҡыҫҡартыу өсөн бюджеттан тыш средстволар эҙләп табырға һәм йәлеп итергә саҡырҙы.