5 декабрь, Дүшәмбе

14 декабрь 2010 йыл, 11:32

Өфөлә милиция сираттағы казиноны япты

автор: Ольга Мортазина

Баш ҡала Эске эштәр идаралығының иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш буйынса бүлеге оперативниктары сираттағы йәшерен казиноны япты. Сәғит Агиш урамындағы бинаның подвалында, сит-ят күҙҙәрҙән алыҫта, ярайһы уҡ ҙур уйын йорто ойошторолған булған. Покер өсөн өҫтәлдәр, рулетка, етди уйын өсөн айырым залдар, уйын автоматтары һәм хатта кафе – бында ваҡытты күңелле уҙғарыу өсөн бөтә шарттар булдырылған. Клиенттарға мохтажлыҡ булмаған. Милиция хеҙмәткәрҙәре килеп ингәндә залдарҙа 40-ҡа яҡын кеше була. Хәҙер бина йоҙаҡланған, уйын ҡорамалдары тартып алынған. Яҡын араларҙа ойоштороусыларҙың ғәмәлдәренә юридик баһа биреләсәк, был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығында.    

темалар: уйын бизнесы