Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Өфөләге Нефтселәр мәҙәниәт һарайының яҙмышы билдәһеҙ ҡала

Йәмғиәт

Өфөләге «Нефтсе» мәҙәниәт һарайы дүшәмбе көндө Конгресс-холда үткән мәҙәниәт буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар өсөн фекер алышыу предметына әйләнде. Бөгөн был ҡала үҙәгендәге ҙур мәҙәниәт усағы майҙандарын ҡуртымға биреү һәм бер нисә үҙешмәкәр түңәрәктәр иҫәбенә генә йәшәп килә.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙың күбеһенең билдәләүенсә, был, кәм тигәндә, маҡсатҡа ярашлы түгел. Асыҡланыуынса, баш ҡала үҙәгендәге был матур урынға ҡайһы бер мәҙәниәт учреждениелары ла дәғүә итә икән. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры ла улар иҫәбендә.

БР Милли симфоник оркестры етәксеһе һәм дирижеры Таһир Камалов быға үҙенең дәлилдәрен килтерә. Уның әйтеүенсә, 20 йыл эшләү дәүерендә Милли симфоник оркестрының әле һаман үҙ бинаһы юҡ. Бөгөн музыканттар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының грим һалыу бүлмәләрендә урынлашып, Өфө сәнғәт училищеһының Концерт залында сығыш яһарға мәжбүр. Һәм был үҙ бинаһы булмаған артистарҙың көндәлек проблемаларының бер бәләкәй өлөшө генә.

Башҡорт дәүләт филармонияһы вәкилдәре лә үҙенең аргументтарын килтерә. Филармония бинаһы бөгөн бындай ҙур ойошманың хәҙерге стандарттарына тап килмәй, тип иҫәпләй улар.

Үҙ сиратында, түңәрәк өҫтәлде ойоштороусы, БР Президентының мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса советнигы, билдәле музыкант Олег Кирәев Нефтселәр мәҙәниәт һарайы нигеҙендә күп функциялы Сәнғәт үҙәге ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Уның фекеренсә, бындай үҙәк балалар өсөн дә, академик сәнғәт өсөн дә, шулай уҡ эстрада һәм халыҡ ижады өсөн дә ҙур сәхнә майҙаны булыр ине.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть