Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов урлашыуҙарға сик ҡуйыуҙы талап итте

Иҡтисад

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан урмандарын урлаусыларға һәм әләф-тәләф итеүселәргә ҡаршы аяуһыҙ көрәшергә саҡырҙы. Был турала ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең «БР урман ресурстарын файҙаланыу торошо һәм ағас эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү тураһында» мәсьәләһе буйынса ултырышында белдерҙе.

— Беҙгә республикала йәшәүселәрҙең күбеһе хужалыҡ ихтыяждарына ағас ала алмауҙары хаҡында халыҡтан ялыуҙар күп килә,– тине Президент.

— Шул уҡ ваҡытта, – тип дауам итте Рөстәм Хәмитов, – Башҡортостан урмандарын вәхшиҙәрсә ҡырыу һәм талау дауам итә.

Президент Урман хужалығы министрлығынан браконьерҙарҙың ағастарҙы күпләп ҡырҡыуына ҡәтғи сик ҡуйыуҙарын талап итте. Шулай уҡ урмандарҙы тергеҙеү буйынса договор шарттарын үтәмәүсе урман арендаторҙары менән ҡуртым килешеүҙәрен өҙөргә саҡырҙы.  

Тармаҡта тәртип урынлаштырыу өсөн Рөстәм Хәмитов түбәндәге төп бурыстарҙы билдәләне: ағас урлауҙы туҡтатырға, урмандарҙы тергеҙеүҙе яңыртырға. Президент республиканың урындағы халҡын хужалыҡ ихтыяждары өсөн ағас менән тәьмин итеү кәрәклеген айырып билдәләне.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть