5 декабрь, Дүшәмбе

14 декабрь 2010 йыл, 10:11

Урман сәнәғәте комплексына 42 миллиард һум инвестицияланасаҡ

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда урман сәнәғәте комплексын үҫтереүҙең инвестиция проекттары етешмәүе тойола. Ғөмүмән, был тармаҡта ашығыс хәл итеүҙе талап иткән проблемалар байтаҡ. Был турала 13 декабрҙә республика Президенты Рөстәм Хәмитов үткәргән Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында әйтелде.

Тармаҡ проблемалары араһында янғынға ҡаршы сараларҙы һүлпән тормошҡа ашырыу, ағас ҡоротҡостарына ҡаршы көрәшергә теләмәү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеген сикләү аталды.  

Башҡортостандың урман сәнәғәте комплексын үҫтереү программаһы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 6000-дән ашыу эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота.  

Мәҫәлән, яҡындағы биш-ун йылда республикала ағас материалдар, активацияланған ағас күмере, йыйылма панель йорттар производстволары, ағас эшкәртеү һәм фанера плиталар комбинаттары, яңы питомник барлыҡҡа килергә тейеш. Аҙағыраҡ Ҡариҙел йәки Дыуан районында целлюлоза-ҡағыҙ комбинаты төҙөү планлаштырыла.  

Бөгөн Башҡортостанда урман сәнәғәте комплексында 1000-дән ашыу хужалыҡ итеүсе субъекттар теркәлгән, ләкин ысынында иһә уларҙың яртыһы ғына эшләй. Планда —бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары һанын ике тапҡырға арттырыу. Бының өсөн республиканың төньяҡ өлөшөндә – технопарктар, ә Ҡариҙел, Нуриман һәм Йылайыр райондарында индустриаль парктар төҙөләсәк. 2020 йылға республиканың урман сәнәғәте комплексына инвестицияларҙың дөйөм күләме 42 миллиард һумдан ашыу тәшкил итергә тейеш, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.