5 декабрь, Дүшәмбе

13 декабрь 2010 йыл, 17:40

V Халыҡ-ара Аҡмулла уҡыуҙары асылды

автор: Эльмира Сабирова

Бөйөк шағир-мәғрифәтсе иҫтәлегенә арналған V Халыҡ-ара Аҡмулла уҡыуҙары һәр ваҡыттағыса М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты базаһында асылды.

Саралар программаһы киң һәм күп төрлө. Былар шағирҙың үҙенә, мәғрифәтселек дәүеренә арналған тематик күргәҙмәләр, мәктәптәрҙә М. Аҡмулла әҫәрҙәрен файҙаланып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса асыҡ дәрестәр, шулай уҡ шиғриәт конкурстары үтәсәк. М. Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Рәшит Шәкүр педуниверситетта асыҡ дәрес үткәрҙе. Шулай уҡ конференциялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр планлаштырылған. Шағирҙың тыуған яғында – Миәкә районында «Университет көндәре» үткәреләсәк, уның сиктәрендә БДПУ уҡытыусылары һәм студенттары Мифтахетдин Аҡмулланың яҡташтары менән осрашасаҡ. Бынан тыш, Аҡмулла уҡыуҙары программаһында милли көрәш байрамы һәм төрки халыҡтарҙың шиғриәт кисәһе планлаштырылған.

17 декабрҙә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда үтәсәк V Халыҡ-ара уҡыуҙары Аҡмулла көндәренең төп сараһы булып торасаҡ. Илдең, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттарынан ғалимдар мәҙәниәттә һәм мәғарифта мәғрифәтселәрҙең гуманистик мираҫына байҡау яһаясаҡ.

Сараның йомғаҡлау аккорды булып традицион республика фольклор байрамы торасаҡ, ул БДПУ-ла, шулай уҡ Миәкә районының Туҡһанбай ауылында ойоштороласаҡ.