Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостандың Шаран районында күп балалы ғаиләләр өҫтәмә ташламалар менән файҙалана

Йәмғиәт

Шаран районында 18 йәшкә тиклемге өс һәм унан да күберәк балалар тәрбиәләгән 451 ғаилә йәшәй. Шуларҙың 79-ында ата-әсәләрҙең дүртәр балаһы бар, ә 30-ҙан ашыу ғаиләлә биш һәм унан күберәк балалар үҫә. 68 ҡатын-ҡыҙ "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнгән.

Күп балалы ғаиләләр дәүләт менән бирелгән билдәле ташламалар менән файҙалана. Улар айлыҡ аҡсалата компенсация ала. Был категориялағы ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге балаларға туҡланыуҙа ярҙам күрһәтелә.  

Шулай уҡ күп балалары ғаиләләр мәктәп формаһы һатып алыуға компенсация ала, уҡыусыларға район биләмәһендә автобустарҙа йөрөү өсөн транспорт картаһы бирелә.

— 14 йәшкә тиклемге биш йәки унан күберәк балаһы булған ғаиләләр 500 һумға президент бүләге аласаҡ, — тине хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы Леонид Яковлев, — әле беҙ сауҙа ойошмалары менән аҙыҡ-түлек йыйылмаһын ҡайтарыуға килешеү төҙөйбеҙ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть