9 декабрь, Йома

13 декабрь 2010 йыл, 17:14

«Биктырыш» Балалар техник ижад үҙәге тәрбиәләнеүселәре эштәре күргәҙмәһе үтте

автор: Наталья Самсонова

Өфөнөң «Ғаилә» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә «Мин-Доброволец» федераль проекты сиктәрендә хәйриә акцияһы — «Биктырыш» Балалар техник ижад үҙәге тәрбиәләнеүселәре эштәренән күргәҙмә үтте. Уны ойоштороусылар – «Берҙәм Рәсәй Йәш Гвардияһы» Башҡортостан төбәк бүлексәһе, «Данко» хәйриә фонды һәм «Биктырыш» Балалар техник ижад үҙәге. Күргәҙмә ҡунаҡтары оҙайлы дауалауға мохтаж балалар өсөн 2-се мәктәп-интернатында тәрбиәләнеүселәр булды, шулай уҡ теләүселәр килде.  

— Был сараны ойоштороп, беҙ бер нисә маҡсатты күҙ уңында тоттоҡ: «Биктырыш» Балалар техник ижад үҙәге эштәре күргәҙмәһен тамашасыларға күрһәтеү, оҫтаханалар эштәре, уйындар һәм конкурстар ярҙамында төрлө сиргә дусар балаларҙы социалләштереүҙә ярҙам итеү, йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары иғтибарын һәләтле балаларға һәм йәштәргә ярҙам итеүгә йәлеп итеү, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, — тип аңлатты «Йәш Гвардия» активисы Люция Юлуева.

Күргәҙмәгә килгән ҡунаҡтар өсөн Каролина Ричи һәм Midnight бейеү төркөмө ҡатнашлығында концерт программаһы әҙерләнде, ә пират образында алып барыусы балалар менән төрлө конкурстар һәм уйындар  үткәрҙе, уларға бүләктәр таратты.  

Ә «Биктырыш» Үҙәге тәрбиәләнеүселәренең ағастан, туҡыманан, ҡағыҙҙан һәм башҡа материалдарҙан яһаған иң яҡшы эштәренән күргәҙмә айырыуса мауыҡтырғыс тамаша булды.