Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың иң яҡшы йәш техниктары олимпиадала ҡатнашыу өсөн Өфөлә йыйыла

Йәмғиәт

Өфөлә, Республика балалар (үҫмерҙәр) техник ижады үҙәгендә, 14 декабрҙә өҫтәмә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары араһында  VI фәнни-техник олимпиада старт ала. Интеллектуаль марафонда 80-гә яҡын кеше ҡатнашасаҡ. Еңеүселәр дүрт йүнәлеш буйынса билдәләнәсәк: конструкция ҡороу, электроника, ҡулланма физика, уйлап табыу мәсьәләләрен хәл итеү. Олимпиада сиктәрендә йәш техниктарға яҙма эш эшләргә, фән һәм техниканың тарихы һәм үҫеше буйынса лекция менән сығыш яһарға, эксперттар һорауҙарына яуап бирергә тура киләсәк.

Үҙенең номинацияһында беренсе урын алған техниктар билдәле темаға эссе яҙырға тейеш буласаҡ. Ижади конкурс һөҙөмтәләре буйынса компетентлы жюри Гран-при эйәһен билдәләйәсәк, ул артабан «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә һәләтле йәштәргә ярҙам өсөн премия билдәләүгә күрһәтеләсәк.

«Башинформ» агентлығына Республика балалар (үҫмерҙәр) техник ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, олимпиада техник берекмәләр уҡыусыларының техник әҙерлеген һәм дөйөм эрудицияһын камиллаштырыуға, егеттәрҙең ижади һәләттәрен һәм ғәмәли оҫталығын арттырыуға, һәләтле балаларҙы асыҡлауға һәм ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть