6 декабрь, Шишәмбе

13 декабрь 2010 йыл, 16:29

Иглин районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең Контроль-иҫәп палатаһы тикшереүенә ҡаршылашыуы енәйәт эшен асыуға этәрҙе

автор: Ольга Мортазина

Контроль-иҫәп палатаһы мөрәжәғәте буйынса РФ Прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереү комитетының БР буйынса Тикшереү идаралығында «вазифаһын саманан тыш файҙаланыу» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Мөрәжәғәттә, Иглин районы хакимиәтенең яуаплы хеҙмәткәрҙәре 1-9 ноябрҙә үткән тикшереү үткәреүгә һәр төрлө ҡамасаулыҡ ҡылды, тиелә. Иглин чиновниктары комиссияға бюджетты үтәү буйынса документтар биреүҙән баш тарта, тикшереүселәрҙе хакимиәт һәм финанс идаралығы биналарына үткәрмәй.  

— Енәйәт эше факт буйынса асылған, ғәйепләнеүселәр тикшереү барышында билдәләнәсәк, — тип хәбәр итте Рәсәй Тикшереү комитетының БР буйынса Тикшереү идаралығы матбуғат секретары Светлана Абрамова. — Яуаплылар асыҡланғас, уларға ғәйепләү белдереләсәк.

темалар: коррупция