5 декабрь, Дүшәмбе

13 декабрь 2010 йыл, 16:19

Япониянан 11 бизнесмен шәхси саҡырыу буйынса Өфөлә булды

автор: Светлана Ғәфүрова

Япония бизнесмендары һәм эшҡыуарҙары делегацияһының Өфөгә сәфәре уңышлы үтте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Башҡортостанда япондар Мәләүездән эшҡыуар Светлана Халфинаның шәхси саҡырыуы буйынса ҡунаҡта булды.

Был сәфәрҙең тәүтарихы шундай. «Рәсәй терәге» йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ағзаһы булараҡ, Светлана Халфина быйыл ноябрҙә был ойошма делегацияһы составында Японияла булып ҡайтты. Делегация етәксеһе, «Рәсәй терәге» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Сергей Борисов Светлана Халфинаны абруйлы япон бизнесмены һәм күренекле йәмәғәт эшмәкәре Фумихико Тамура әфәнде менән таныштырҙы. Светлана Халфина республиканың инвестицион асыҡлыҡҡа яңы курсы тураһында һөйләне һәм Тамура әфәндене Өфөгә саҡырҙы. Һәм ул килергә ризалыҡ бирҙе.

Әйтергә кәрәк, Сыуаш Республикаһында Тамура әфәнде яңы ҡала төҙөү буйынса ҙур проектта ҡатнаша ла инде. Ә, дөйөм алғанда, Рәсәйҙә ул тотонолған япон автомобилдәрен һатыу буйынса ҙур аукциондар асырға теләй. Тамура әфәнде Америкала һәм Европала бындай аукциондар ойошторған да инде.

Тамура әфәнде етәкселегендә Өфөгә килгән делегация составында эшмәкәрлектәре медицина технологияларын үҫтереү менән бәйләнгән эшҡыуарҙар күп булды. БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығында түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Унда ҡатнашыусыларҙы БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Айҙар Хәлилов һәм БР-ҙың Япониялағы вәкиле, Президенттың ҡала төҙөлөшө һәм архитектура мәсьәләләре буйынса советнигы Ришат Муллагилдин тәбрикләне.

Сара ике яҡта ла ҡыҙыҡһыныу уятты. Өфө эшҡыуарҙары Япониянан ҡунаҡтарға үҙ проекттарын күрһәтте. Улар барыһы ла ҡараласаҡ һәм дөйөмләштереләсәк, ә ҡайһы берҙәре буйынса, бәлки, оҙайлы ваҡытҡа эшлекле мөнәсәбәттәр урынлаштырылыр. Ҡунаҡтарҙы иһә, консалтинг фирмаһының башҡарыусы директоры Тошио Шибата әфәнде таныуынса, Өфөлә Японияның «Субару» фирмаһы вәкиллеге булыуы айырыуса ғәжәпләндерҙе.  

Сәфәр барышында БР Хөкүмәте вице-премьеры Фидус Ямалетдинов менән осрашыу үткәрелде. Япониянан ҡунаҡтар уның менән Башҡортостанға киләһе сәфәрҙе тикшерҙе. Ул апрелдә үткәрелергә тейеш, һәм делегация составында башлыса һаулыҡ һаҡлау һәм медицина өлкәһендә эшләүсе япон эшҡыуарҙары буласаҡ.

Ә февралдә мәнфәғәттәре сәнәғәт производствоһына ҡағылышлы япон бизнесмендары килеүе көтөлә. Китакюси ҡалаһы мэрының хаты был сәфәргә әҙерлекте раҫлай.