9 декабрь, Йома

13 декабрь 2010 йыл, 15:08

Бизнесты иҫәпкә алыуҙың тәүге һөҙөмтәләре 2011 йылдың декабрендә билдәле буласаҡ

автор: Сергей Захаров

2012 йылдың 1 июленә тиклем Рәсәйҙә бизнесты иҫәпкә алыуға һуңғы йомғаҡ яһаласаҡ. Яҡынса мәғлүмәттәр 2011 йылдың декабрендә билдәле буласаҡ.

Киләһе йыл яҙ башланасаҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлегенә дөйөм күҙәтеүҙең һуңғы һәм яҡынса һөҙөмтәләре халыҡҡа еткереү өсөн баҫып сығарыласаҡ.  

Бөтә мәғлүмәт иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре, милекселек һәм ойоштороу-хоҡуҡи формалары буйынса бүлеп биреләсәк.  

Бизнес өлкәһендәге эштәр торошо тураһында тотош Рәсәй буйынса ла, муниципаль райондарҙы һәм ҡала округтарын айырым индереп, һәр төбәк буйынса ла белергә мөмкин буласаҡ, тип хәбәр итә Дөйөм статистик күҙәтеүҙең матбуғат үҙәге.