Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы федераль кимәлдә юғары баһа алды

Иҡтисад

Мәскәүҙә Рәсәй Контроль-иҫәп органдары ассоциацияһының XVI конференцияһы үтте. Иҡтисадты модернизациялау һәм милли именлек стратегияһын тәьмин итеү шарттарында Ассоциацияның 10 йылдағы эш йомғаҡтары һәм уның эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре тикшерелде.

Конференцияла Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе, Рәсәй Контроль-иҫәп органдары ассоциацияһы рәйесе Сергей Степашин, РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары — финанс министры Алексей Кудрин, Федерация Советы Рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Торшин, Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Надежда Герасимова, Федераль казначейство етәксеһе урынбаҫары Станислав Прокофьев, Федерация Советының Иҫәп палатаһы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек буйынса комиссияһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Константин Сурков һәм башҡалар ҡатнашты.

Рәсәй Контроль-иҫәп органдары ассоциацияһы республикабыҙ аудиторҙары эшенә юғары баһа бирҙе. БР Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасовҡа Ассоциацияның Почет грамотаһы тапшырылды.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть