11 декабрь, Йәкшәмбе

13 декабрь 2010 йыл, 13:24

ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет делегацияһы «Балтик буйы диалогы – Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап» акцияһында ҡатнаша

автор: Эльмира Сабирова

Дүшәмбе, 13 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты делегацияһы «Балтик буйы диалогы – Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап» халыҡ-ара акцияһында ҡатнашыу өсөн Балтик буйына юлланды. Ул Халыҡ-ара диалог һәм донъя халыҡтары мәҙәниәттәрен яҡынайтыу йылы сиктәрендә үтә.  

Делегация составында – БР-ҙың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, ижади интеллигенция вәкилдәре, мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары.  

Эстонияла, Латвияла һәм Литвала Башҡортостан делегацияһының Балтик буйы илдәренең ЮНЕСКО милли комиссиялары вәкилдәре, Палдиски ҡалаһы етәкселеге, республикабыҙҙан был илдәрҙә йәшәүселәр менән осрашыуҙары планлаштырылған. Бынан тыш, делегация Салауат Юлаев исеме менән бәйле иҫәтелекле урындарға барасаҡ.

Был саралар сиктәрендә сит илдәрҙән коллегалдар менән мәҙәниәт, фән, мәғариф, йәштәр менән алмашыу һәм туризм, шулай уҡ донъя халыҡтарының мәҙәни һәм тәбиғи мираҫын һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшереү планлаштырыла.

Балтик буйы илдәренең һәр береһендә Башҡортостан Республикаһы тураһында фотокүргәҙмә һәм артистар ҡатнашлығында концерт ойоштороласаҡ.  

Был проект Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы һәм Балтик буйы илдәренең ЮНЕСКО эштәре буйынса милли комиссиялары ярҙамында ғәмәлгә ашырыла.