8 декабрь, Кесе йома

13 декабрь 2010 йыл, 12:26

Иглин һәм Өфө райондары хакимиәт башлыҡтары вазифаларына кандидаттар

автор: Галина Феоктистова

БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре Советы» Ассоциацияһының Эксперт комиссияһы ултырышында муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына бер юлы һигеҙ кандидат имтихан тапшырҙы. Иглин районы етәксеһе урынына алты кеше дәғүә итте, Өфө районына етәкселек итергә ике кандидат әҙер булды. Ултырышты «БР муниципаль берәмектәр Советы» Ассоциацияһының башҡарыусы директоры Рөстәм Исхаҡов алып барҙы. Комиссия составына БР Президенты Хакимиәте, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты вәкилдәре инде.  

Эксперт комиссияһының төп бурысы булып контракт буйынса Башҡортостандың урындағы хакимиәт башлыҡтары вазифаһын биләүгә кандидаттарҙың федераль, республика һәм муниципаль  хоҡуҡ нормаларын белеү кимәлен баһалау тора. Билдәле булыуынса, 12 ноябрҙә Иглин районы муниципаль районы Советының сираттан тыш сессияһында район хакимиәте башлығы Ришат Исхаҡовтың үҙ теләге менән эштән китеүе тураһында ғаризаһы менән бәйле, уны ваҡытынан алда вазифаһынан бушатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был вазифаға конкурс һөҙөмтәләре буйынса Иглин районы Советы тарафынан тәғәйенләнгән кеше үҙ вәкәләттәрен үтәй башлағанға тиклем район башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу БР Президенты Хакимиәте хеҙмәткәре Рафиҡ Мусинға йөкмәтелде. Ул Иглин районы хакимиәте башлығы вакантлы вазифаһына кандидаттарҙың береһе булып тора. Был район хакимиәте етәксеһе булырға шулай уҡ Иглин районының «Оло Тәләк» крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы Советы рәйесе Хәсән Идиәтуллин, Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы адвокаты Марафат Исламғәлиев, Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Вилорий Угаров, «Өфө нефть-газ ҡорамалдары заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Анфис Шәйбәков, «Амитово» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Вәзир Шәнгәрәев теләк белдерҙе.

Өфө районында хакимиәт башлығы Владимир Незнановтың вәкәләттәре 11 ноябрҙә уның икенсе эшкә күсеүе менән бәйле ваҡытынан алдан туҡтатылды. Район Советы тарафынан конкурс һөҙөмтәләре буйынса тәғәйенләнгән кеше был вазифаны рәсми үтәй башлағанға тиклем район хакимиәте етәксеһе бурыстарын элек Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләгән Рәшит Саттаров башҡара. Ул да Эксперт комиссияһы алдында имтихан тотто. Вакантлы вазифаға икенсе дәғүәсе – Өфө районы муниципаль районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Александр Мартынов.

Кандидаттар хоҡуҡ нигеҙҙәрен һәм күп юридик нескәлектәрҙе яҡшы белеүҙәрен күрһәтте. Һорауҙар йәшәйештең төрлө өлкәләренә ҡағылды.

Һөҙөмтәлә Өфө районы хакимиәте башлығы вазифаһына ике кандидат та ыңғай баһаға лайыҡ булды. Иглин районын етәкләргә теләүселәр иҫәбенән өс кеше генә — Рафиҡ Мусин, Хәсән Идиәтуллин һәм Вилорий Угаров ыңғай баһа алды.