9 декабрь, Йома

13 декабрь 2010 йыл, 11:26

Башҡортостанда шәхси сектор малдарын бушлай тороҡландырыу айлығы үтәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Яһалма тороҡландырыуҙы пропагандалау маҡсатында Башҡортостанда Ветеринария идаралығы шәхси сектор малдарын бушлай тороҡландырыу айлығы үткәрәсәк. Республикалағы малсылыҡ эштәре торошона һәм тоҡомсолоҡҡа арналған республика кәңәшмәһендә шундай мәғлүмәт еткерҙе Идаралыҡ начальнигы Вәкил Буранбаев. Бындай айлыҡтар 2011 йылда ла планлаштырыла.

Кәңәшмә эшендә РБ ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин ҡатнашты. Министр мал ҡышлатыу буйынса төп бурыстарҙы билдәләне. Республика малсылары һәм ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре алдында сығыш яһап, Азат Йыһаншин йәнә бер тапҡыр бюджет средстволарын маҡсатлы һәм һөҙөмтәле файҙаланыу, иҫәп-хисап алып барыуҙа тәртип булдырыу , эш хаҡын ваҡытында түләү кәрәклеген билдәләне.

— Булған проблемаларҙы хәл итеү өсөн сәбәбен генә түгел, унан сығыу юлын эҙләргә кәрәк, — тине министр.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға райондарҙа яһалма тороҡландырыуҙы ойоштороу тураһында «Башплемсервис» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының генераль директоры Илшат Сәхәүетдинов һөйләне.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, кәңәшмәлә шулай уҡ ғаилә һөтсөлөк фермалары үҫеше буйынса проекттарҙы бойомға ашырыу, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрен кредитлау, республикала мелиорацияны үҫтереү, ауыл хужалығы тауарҙарын һатыу мәсьәләләре лә ҡаралған. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға «Брацлав» компаниялар төркөмө өлгөһөндә ғаилә һөтсөлөк фермаларының эш тәжрибәһе күрһәтелгән.