8 декабрь, Кесе йома

13 декабрь 2010 йыл, 10:35

Тимер юл купелағы өҫкө урындарға билеттарҙы ярты хаҡҡа тәҡдим итә

автор: Любовь Колоколова

Куйбышев тимер юлы станцияларынан купе вагондарҙа ноябрҙә 150 меңдән ашыу пассажир юлға сыҡҡан. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 63 процентҡа күберәк, тип хәбәр итә Куйбышев магистраленең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса хеҙмәте.

Белгестәр әйтеүенсә, халыҡтың эшкә бәйле әүҙемлеге артыуы һәм махсус акциялар үтеүе пассажирҙарҙың күбәйеүенә сәбәпсе булған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы йылдың 15 октябренән "ФПК" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бөтә төр категориялағы поездарында купе вагондарҙағы өҫкө урындарында юл йөрөү өсөн пассажир билеттың ярты хаҡын ғына түләй. 50 процентлы ташлама уңайлы шарттарҙа сәйәхәт итеү өсөн өҫтәмә аргументҡа әйләнгән.

темалар: тимер юл