Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан предприятиелары XIV Бөтә Рәсәй форумына саҡырыла

Иҡтисад

15 декабрҙән 19-ына тиклем Мәскәүҙә «Рәсәйҙә етештерелгәнде һатып алығыҙ» — ҡулланыу баҙары өсөн тауарҙар етештереү буйынса Рәсәй лидерҙарының төп сараһы.

13 йыл буйына форум ватан тауарҙарын эске һәм тышҡы баҙарҙарға сығарыу өҫтөндә эшләй, Рәсәй ҡулланыу тауарҙарының ыңғай образын булдырыу буйынса дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу майҙансығы булып тора.  

Сара РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында үткәрелә.  

Форум программаһында: махсус күргәҙмәләр серияһы («Рәсәйҙә етештерелгәнде һатып алығыҙ: еңел һәм туҡыу сәнәғәте», «Рәсәйҙә етештерелгәнде һатып алығыҙ: йорт өсөн тауарҙар» « Рәсәйҙә етештерелгәнде һатып алығыҙ: туҡланыу продукттары», «Рәсәйҙә етештерелгәнде һатып алығыҙ: көнкүреш техникаһы»), «Тергеҙелгән сифат традициялары» тармаҡ-ара форумы, «Рәсәйҙең ҡулланыу баҙары» конгресы. Шулай уҡ «Рәсәйҙә эшләнгән» махсус программаһы сиктәрендә саралар үтәсәк.

Форумға Рәсәйҙең ҙур компаниялары һәм холдингылары, бәләкәй һәм урта бизнес предприятиелары, ваҡлап һатыу селтәрҙәре һәм дистрибьюторҙар компаниялары хужалары һәм етәкселәре, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар, федераль башҡарма власть органдары вәкилдәре, тармаҡ йәмәғәт берекмәләре ағзалары саҡырыла.

БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы белгестәре фекеренсә, был форумда ҡатнашыу республика тауар етештереүселәренә үҙен федераль кимәлдә белдерергә һәм үҙ продукцияһын һатыу баҙарын киңәйтергә ярҙам итәсәк.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть