9 декабрь, Йома

09 декабрь 2010 йыл, 9:18

Рөстәм Хәмитов: «Предприятиелар етәкселәре хеҙмәт коллективтарындағы сәләмәт әхлаҡи-психологик климат өсөн яуаплы»

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика предприятиелары етәкселәрен хеҙмәт коллективтарындағы әхләҡи  хәлде күҙәтергә һәм производствола шәхес-ара низағтарға юл ҡуймаҫҡа саҡырҙы. Рөстәм Хәмитовтың ошондай белдереү менән сығыш яһауы Башҡортостан Президенты блогына атаһының эштәге коллегаһы менән бәхәсе хаҡында ялыу яҙған Аделина Исхаҡоваға ҡарата суд тикшереүе алып барылыуға бәйле.

“Суд алдында кемдең хаҡлы, кемдең ғәйепле булыуын тикшереү бурысы тора һәм уға баҫым яһалырға тейеш түгел. Шулай ҙа мин был эште иғтибар менән күҙәтәм һәм етештереү подразделениеһы начальнигы хеҙмәткәрҙәр араһында низағҡа юл ҡуймау буйынса ваҡытында сара күргән булһа, бындай хәл килеп сыҡмаҫ ине тигән фекерҙәмен. Хеҙмәт коллективтарында сәләмәт әхләҡи-психологик климат тәьмин итеү бурысы етәкселәргә йөкмәтелә”, – тине Рөстәм Хәмитов.

“Минең блогым ихлас һәм конструктив аралашыу өсөн тәғәйенләнә. Республика халҡының хоҡуҡтары һәм законлы мәнфәғәттәре боҙолоу тураһындағы белдереүҙәренең барыһын да шәхси контролгә алам”, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Рөстәм Хәмитовтың блогына килгән мөрәжәғәттәрҙең күпселеге дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала. Шулай ҙа тикшереү барышында раҫланмаған мәғлүмәттәр урынлаштырыу осраҡтары ла булды, тип хәбәр итә БР Президентының матбуғат хеҙмәте.