Шамил Вахитов Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин үҙенең бойороғо менән Шамил Вахитовты Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бығаса Вахитов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын биләне, ә уға тиклем республиканың ауыл хужалығы министры булды.
Шулай итеп, РФ ауыл хужалығы министры Елена Скрынниктың урынбаҫарҙары хәҙер ете кешегә етте.







