11 декабрь, Йәкшәмбе

10 декабрь 2010 йыл, 17:13

Белоретта Ватан Геройҙарын тәбрикләнеләр

автор: Ольга Колесникова

Көн элгәре Белоретта Ватан Геройҙарын тәбрикләнеләр. Социалистик Хеҙмәт Геройы Сәғиҙә Мөхәмәтдинованы, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙары Ғайсар Аҫылғужин менән Татьяна Немкованы ҡала хакимиәте башлығы Игорь Кусакин шәхсән үҙе байрам менән ҡотланы. Ул хеҙмәт батырлығы, Белореттың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшө өсөн герой-хеҙмәтсәндәргә рәхмәтен белдерҙе.  

— Һеҙҙең производстволағы юғары уңыштарығыҙ һәм ҡаҙаныштарығыҙ юғары дәүләт наградалары менән лайыҡлы баһаланған. Һеҙ беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Һеҙҙең тормошоғоҙ һәр ваҡыт Белорет халҡының һәр быуыны өсөн үрнәк буласаҡ, — тип билдәләне ул.

Йола буйынса тыуған райондан ситтә йәшәгән яҡташ геройҙарға Белорет халҡы исеменән ҡотлау телеграммалары ебәрелде. Уларҙы ике Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Һарытауҙа йәшәгән Советтар Союзы Геройы Иван Оглоблин, һәм Пермдә йәшәгән Рәсәй Геройы Дмитрий Плотников, шулай уҡ Мәскәү өлкәһенең Жуковский ҡалаһында йәшәгән Рәсәй Геройы, һынаусы летчик Вячеслав Аверьянов алды.

Белешмә өсөн. Белорет районы – ун өс  Советтар Союзы Геройының, ике Рәсәй Геройының, бер Дан орденының тулы кавалерының, ике Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерының, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройының, дүрт Социалистик Хеҙмәт Геройының тыуған ере.