8 декабрь, Кесе йома

10 декабрь 2010 йыл, 17:00

Башҡортостан мәктәптәрендә һәр 12 балаға бер компьютер буласаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан мәктәптәрендә компьютерҙар иҫәбен арттырғас, 12 балаға бер техника берәмеге тура киләсәк. Әлегә иһә республика мәктәптәрендә һәр компьютерға уртаса 18 кеше сиратта тора. Был турала йома көнө БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың уҡытыусылар – Башҡортостандың муниципаль берәмектәре вәкәләтле органдары депутаттары менән осрашыуында БР мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, яңы компьютерҙар һатып алыуҙан тыш, Башҡортостанда дөйөм белем биреү өлкәһенә башҡа заманса мәғлүмәт технологияларын әүҙем индереү ҙә планлаштырыла. Улар иҫәбендә яңы электрон белем биреү ресурстарын файҙаланыу һәм алдынғы мәғлүмәт технологияларын үҙләштергән уҡытыусыларҙы матди яҡтан дәртләндереү ҙә бар.