7 декабрь, Шаршамбы

10 декабрь 2010 йыл, 16:30

Белорет металлургия комбинаты йыллыҡ етештереү планын ваҡытынан алда үтәне

автор: "Башинформ"

«Мечел» компанияһына ингән Белорет металлургия комбинаты коллективы бөгөн метиз етештереү буйынса йыллыҡ планын тултырҙы. Йыл йомғаҡтары буйынса предприятие план күрһәткестәрен 7 процентҡа арттырырға планлаштыра.

«Белорет металлургия комбинатында метиз продукцияһы сығарыу һәм һатыу буйынса план йылдан-йыл арта бара. Был комбинаттың етештереү һәм һатыу сәйәсәтен дөрөҫ төҙөү һөҙөмтәһе. Беҙҙең төп бурыс – ҡулланыусыға йүнәлеш тотоу. Быйыл комбинат метиз баҙарында үҙ өлөшөн ярайһы уҡ киңәйтте. Бының өсөн беҙ предприятиеның техник мөмкинлектәрен киңәйтеү буйынса даими эш алып барабыҙ, яңы технологиялар һәм продукция төрҙәре эшкәртәбеҙ, заказдарҙы үтәү һәм тейәп оҙатыу сроктарын тәьмин итәбеҙ. Бөгөн комбинат коллективы сираттағы тапҡыр етди һөҙөмтәләргә өлгәшә алыуын күрһәтте. Йыллыҡ программаны ваҡытынан алда үтәү – Белорет металлургтарының иң яҡшы хеҙмәт традицияларын дауам итеүҙең тағы бер күрһәткесе ул. Бөтә комбинат коллективына намыҫлы эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Һәм, әлбиттә, хеҙмәттәшлек өсөн партнерҙарыбыҙға ла рәхмәтлемен. Ышанам, киләһе йылда яңы етди бурыстарҙы тормошҡа ашырасаҡбыҙ», – тип билдәләне «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Виктор Камелин.

темалар: бмк, сәнәғәт