6 декабрь, Шишәмбе

10 декабрь 2010 йыл, 17:45

Владимир Путин «РусГидро-Альстом» предприятиеһын асыуҙы етди ҡаҙаныш тип атаны

автор: "Башинформ"

9 декабрҙә Мәскәүҙә хөкүмәт башлыҡтары кимәлендә ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса Рәсәй-Франция комиссияһының ултырышы үткәрелде. Унда Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин һәм Франция премьер-министры Франсуа Фийон ҡатнашты. Башҡортостандан осрашыуҙа республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Сығыш яһап, Владимир Путин, ике ил араһында инвестицион хеҙмәттәшлектә тәүге етди ҡаҙаныштар төҫмөрләнде лә инде, тип белдерҙе. Башҡалар араһында ул Францияның «Альстом» компанияһы менән хеҙмәттәшлекте атаны.

«Беҙҙең «РусГидро» компанияһының «Альстом» фирмаһы менән хеҙмәттәшлеген уңышлы тип иҫәпләйем, — тип билдәләне Владимир Путин комиссия ултырышында. — Бында һүҙ стратегик партнерлыҡ һәм Башҡортостанда юғары технологиялы энергия ҡорамалдары етештереүҙе юлға һалыу тураһында бара».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Мәскәүҙә Башҡортостанда берлектәге «РусГидро-Альстом» предприятиеһы төҙөү тураһында өс яҡлы Килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был предприятие гидроэлектростанциялар өсөн ҡорамалдар етештереү менән шөғөлләнәсәк.

«Ҡул ҡуйылған Килешеү республика өсөн ҙур социаль-иҡтисади әһәмиәткә эйә, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. — «РусГидро» акционерҙар йәмғиәте һәм «Альстом» республикала гидростанциялар өсөн энергетик ҡорамалдар етештереү буйынса берлектәге предприятие төҙөйәсәк. Планлаштырылған инвестициялар суммаһы 500 миллион евро самаһы тәшкил итәсәк, артабанғы этаптарында бер миллиард евроға тиклем арттырылыуы ихтимал».

Предприятие продукцияһы республикала, атап әйткәндә, Түбәнге Һөйән гидроузелы төҙөлөшөндә ҡулланыу табыу ғына түгел, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә талап ителәсәк, тип күҙаллана. Мәҫәлән, Кубандә һәм Волга-Кама бассейнында гидроэлектростанциялар каскады төҙөлөшөндә. Берлектәге предприятие планында – Өфө заводы продукцияһын бөтә донъя буйлап һатыу.