10 декабрь, Шәмбе

10 декабрь 2010 йыл, 14:41

Өфөлә президент лицейы асылыуы ихтимал

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә президент лицейы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был турала йома көнө БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың уҡытыусылар – Башҡортостандың муниципаль берәмектәре вәкәләтле органдары депутаттары менән осрашыуында БР мәғариф министры урынбаҫары Владимир Аристархов хәбәр итте.

— Һәләтле балалар иҫәбе буйынса беҙҙең төбәк Волга буйы федераль округында алдынғы позицияларҙың береһен биләй, — тине ул. – Шуға күрә беҙ Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленә Өфөлә президент лицейы асыу инициативаһы менән сыҡтыҡ. Беҙҙең был башланғысыбыҙ яҡлау тапты, һәм лицей асыу инициативаһы тормошҡа ашырылыр, тип өмөтләнәбеҙ.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең федераль округтарының һәр береһендә президент лицейҙары асырға тигән тәҡдимде быйыл апрелдә Мәскәүҙә Дәүләт Советы президиумы, Мәҙәниәт буйынса совет һәм Фән буйынса советтың берлектәге ултырышында тәүге тапҡыр Киров өлкәһе губернаторы Никита Белых индерҙе. Бындай лицейҙар архитектураһы, уҡыу кабинеттарын йыһазландырыу, ашатыуҙы ойоштороу һәм медицина хеҙмәтләндереүе, уҡыусыларға киң физик һәм интеллектуаль үҫеш мөмкинлектәре бирерлек уҡытыу методикалары буйынса хәҙерге талаптарға яуап бирерҙәй яңы кимәлдәге белем биреү учреждениеһы булып торорға тейеш, тип күҙаллана. Президент лицейҙары асыу идеяһын дәүләт башлығы Дмитрий Медведев хуплап сыҡты.