Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан предприятиелары Рәсәйҙең иң яҡшы тауар етештереүселәре иҫәбендә

Иҡтисад

Октябрьский ҡалаһының «ОЗНА акционерҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары-2010» Бөтә Рәсәй конкурсының «Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция» номинацияһында еңеү яуланы. «ОЗНА-Массомер» үлсәү ҡоролмаһы конкурс лауреаттары иҫәбенә инде, ә реагенттарҙы дозалау блогы дипломант булды. Был предприятие коллективының бындай абруйлы конкурста тәүге еңеүе генә түгел. Заводтың үрҙә телгә алынған изделиелары 2005 һәм 2006 йылдарҙа ла ошондай уҡ юғары наградаға лайыҡ булғайны. «ОЗНА» быйылғы уңышы менән үҙ эшенең юғары халыҡ-ара стандарттарын һәм продукцияның сифаты һәм конкуренцияға һәләтлелек өлкәһендә алдынғы булыуын раҫланы, тип хәбәр итә «Октябрьский нефтяник» гәзите.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть