Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

23 меңдән ашыу запастағы хәрби хеҙмәткәр 2012 йылға торлаҡ аласаҡ

Йәмғиәт

Рәсәйҙең 83 субъектында 2005 йылдың 1 ғинуарына тиклем сиратҡа баҫҡан запастағы бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәр 2012 йыл башына торлаҡ йәки уның өсөн аҡсалата компенсация аласаҡ. Федераль бюджеттан был маҡсаттарға 36 миллиард һум аҡса бүленде.

Был турала РФ төбәктәр үҫеше министры урынбаҫары Константин Королевский хәбәр итә.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был программа киләһе йыл башынан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ, ә төҙөлөш майҙансыҡтарында эштәр апрель-майҙа уҡ башланасаҡ. Процесҡа бер юлы ике министлыҡ — Иҡтисади үҫеш һәм Төбәктәр үҫеше – контроллек итәсәк.  

Хәҙер берҙәм льготалы сиратта 23373 кеше тора, тине Королевский. Ул, субъекттарҙа запасҡа сығарылған уртаса 300-әр хәрби хеҙмәткәрҙәр ғаиләһе торлаҡҡа мохтаж, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть