Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда яңы составта 67 территориаль һайлау комиссияһы төҙөлдө

Сәйәсәт

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының сираттағы ултырышында төбәктең 67 территориаль һайлау комиссияһының яңы составтары ойошторолдо. Һайлау тураһында закондарға ярашлы, уларҙың вәкәләтлек срогы – биш йыл. Бөтә комиссияларға рәйестәр тәғәйенләнде.

Үҙәк һайлау комиссияһына күрһәтеү субъекттарынан: сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләренән, йәмәғәт ойошмаларынан, муниципаль берәмектәр Советтарынан, һайлаусылар йыйылыштарынан, территориаль һайлау комиссияларының элекке составтарынан 800-ҙән ашыу тәҡдим килде.

Территориаль һайлау комиссияларының яңы составына 624 кеше инде. Улар алдында федераль, төбәк һәм муниципаль һайлауҙар үткәреү бурысы тора, тип хәбәр иттеләр БР Үҙәк һайлау комиссияһы матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть